-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2021, 18:05

Лагерҙар эшләйәсәк

Былтыр билдәле сәбәптәр арҡаһында Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы тейешенсә ойошторолманы. Быйыл иһә 27 марттан алып йәш быуындың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу буйынса ойошмалар үҙ эшен яңырта. Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Йәйге ялды ойоштороу мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссия муниципалитеттарҙа был эштең нисек ҡуйылғанын тикшергән һәм быйылға хаҡтарҙы раҫлаған. Ҡала ситендәге лагерҙа ул көнөнә 902,4 һум һәм мәктәп яны лагерында 120,3 һум тәшкил итәсәк.
Ошоларҙан сығып, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреү өсөн консолидацияланған бюджет ике миллирд һум самаһы тәшкил итәсәк, – тине министр. – Яҙғы каникул ваҡытында 317 мәктәп яны һәм һигеҙ ҡала ситендәге лагерь эшләне. Был осорҙа 21194 бала ял итте. Әлеге ваҡытта йәйге ялға әүҙем әҙерлек алып барыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ковид талаптарын иҫәптә тотоп, йәйгеһен 2385 ҡала ситендәге, мәктәп яны һәм хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләйәсәк. Шулай уҡ аҙ сығымлы 3486 ял сараһы үткәреү планлаштырыла. 2021 йылда 319 мең баланы ял иттереү күҙаллана.
Республика реестрында 12 апрелгә ҡарата рөхсәт ителгән 1161 лагерь иҫәпләнә. Ковидҡа бәйле тәртип буйынса, хәҙер ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙы 70 процентҡа тултырырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ балаларҙы Башҡортостандан ситтәге лагерҙарға ла ебәреү мөмкин.
– Нисек кенә булмаһын, төп бурыс – балаларҙы мөмкин булғанса хәүефһеҙ шарттарҙа ял иттереү. Был мәсьәлә барлыҡ яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың, муниципалитет башлыҡтарының даими контролендә, – тине Айбулат Хажин.
Читайте нас: