Республикала яңы коронавирус инфекцияһының Британия штаммы менән сирләү осрағы асыҡланған. Был хаҡта “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Хөкүмәт кәңәшмәһендә хәбәр итте.
“Тикшереүгә 48 анализ өлгөһө ебәрҙек. Эйе, беҙҙә Британия штаммы табылды. Бәйләнештә булған кешеләрҙе асыҡлайбыҙ. Ауыр хәлдәге пациенттарҙың бер өлөшө һауыҡты ла инде”, - тине ул.
Республиканың оператив штабы белдереүенсә, һуңғы тәүлектә 92 кеше сирҙе эләктергән. Шулай итеп, вирусты йоҡторғандар һаны республикала 36 меңдән ашты. Яңы үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй.