Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы исеменән Еңеү паркында урынлашҡан Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, "Мәңгелек ут"ҡа сәскәләр һалды.
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил һағында торғандарҙы, яу яланында ятып ҡалған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү осоусылар мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәрен, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттарын сәләмләне. Уҡыусылар, курсанттар яугирҙәрҙең үлемһеҙ батырлығына арналған тантаналы маршта ҡатнашты.
Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимовтың бюстарына, тыл һәм хеҙмәт ветерандары һәйкәленә лә сәскәләр һалды.