Ата-әсәләр лагерь йүнәлтмәһе хаҡының 80 процентын ҡайтара ала. Илле проценты федераль бюджеттан финансланһа, утыҙы – төбәктән. Бының өсөн йүнәлтмәне мирпутешествий.рф сайты аша “МИР” картаһы менән түләп алыу мөһим. Аҡсаның 50 проценты биш көн эсендә ҡайтарыла, ә ҡалғанын юллап алырға кәрәк буласаҡ.