-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 17:20

Аллаға шөкөр, Даниил табылған!

Даниил иҫән-һау, тере. Ныҡ ҡурҡҡан, сөнки тимер һауыт эсендә бер тәүлектән ашыу бикләнеп ятҡан.

Даниил иҫән-һау, тере. Ныҡ ҡурҡҡан, сөнки тимер һауыт эсендә бер тәүлектән ашыу бикләнеп ятҡан.
Бөгөн иртән Өфөлә һыу ятҡылыҡтарында эҙләү эштәре барғанда малайҙың аяҡ кейемен табалар. Һыу ятҡылығын тикшереү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгәс йылғанан 20 метр алыҫлыҡта тимер һауыт эсенән табалар. Даниил унда кисә үк төшкән булған, әммә үҙаллы сыға алмаған. Телефоны ла өйҙә ҡалыу сәбәпле, ҡайҙалығын бер кемгә лә хәбәр итә алмаған. Ҡотҡарыусылар гидравлик ҡорал ярҙамында тимер һауытың ауыҙын киңәйтеп, малайҙы сығарғандар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Фото:Башинформ
Читайте нас: