-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 10:07

Биш балалы ғаилә урамда ҡалған

Бөрйән районы Байназар ауылынан Исламғоловтар ғаиләһенә ярҙам итәйек. Янғын уларҙың йортон юҡ иткән. Исламғоловтар биш бала тәрбиәләй – 13, 12, 10, 9 йәшлек малайҙар һәм 6 йәшлек ҡыҙ.

Бөрйән районы Байназар ауылынан Исламғоловтар ғаиләһенә ярҙам итәйек. Янғын уларҙың йортон юҡ иткән. Исламғоловтар биш бала тәрбиәләй – 13, 12, 10, 9 йәшлек дүрт малай һәм алты йәшлек ҡыҙ.
“Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары Исламғоловтар ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеүгә ҡушылды һәм битараф булмағандарҙы мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡыра.
Кейемдәр, йорт кәрәк-ярағы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итергә теләүселәр Рима Мирза ҡыҙына (әсәләренә) – 89373469178 шылтыратып, һорашып ярҙам алып бара алаһығыҙ.
2202200189062720 карта һандары буйынса ла аҡса күсерергә мөмкин.
Рамаҙан айының һәр көнөн изге эштәргә бағышлайыҡ, дуҫтар! Изгелек игеп, яҡшы ғәмәлдәр башҡарып, тормошобоҙҙо нурға күмәйек!” – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-ry-nd-bish-balali-ail-uramda-aldi-789499/
Читайте нас