-3 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 09:20

Ураҙа байрамы менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ураҙа байрамы менән ҡотланы:

“Хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин! Хөрмәтле дуҫтар, туғандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Әле мин иғтибар менән беҙҙең Юғары Мөфтөй вәғәзен тыңланым. Күп милләтле һәм күп конфессиялы республика Башлығы булараҡ, Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы һәм башҡа дини байрамдарҙың беҙҙең рухи һәм мәҙәни тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө икәнлеген яҡшы аңлайым. Быны һаҡларға тейешбеҙ. Беҙ йылдар дауамында бергә дуҫлыҡта һәм теләктәшлектә йәшәйбеҙ.
Ошо изге айҙа башҡарған изге эштәрегеҙ, изге уйҙарығыҙ, мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәтлемен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Байрам менән! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Байрам вәғәзенән һуң Радий Хәбиров тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәр аша уртаҡлашты. “Барлыҡ сикләүҙәрҙе теүәл үтәп, бөгөн беҙ мәсеттәрҙә йыйылдыҡ һәм мосолмандар өсөн мөһим ваҡиға – изге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләнек. Беҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы республикала изге күңелле һәйбәт кешеләр йәшәй. Һәм Ураҙа, Ҡорбан байрамдары ла, Пасха менән Раштыуа ла – бөтә Башҡортостан кешеләре өсөн уртаҡ байрамдар. Был беҙҙең күп быуатлыҡ рухи байлығыбыҙҙы нығыта. Был ата-бабалар аманат итеп ҡалдырған туғандаш дуҫлыҡ, беҙ уны һаҡларға тейеш. Ураҙа байрам беҙгә күңел тыныслығы, эштәребеҙгә ышаныс бирһен. Яҡшы эштәр, дөйөм йортобоҙ өсөн уртаҡ хеҙмәткә яңы көстәр насип итһен”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас