Йәйге һауа торошо беҙҙә буласаҡ әле. Ҡасанға тиклем ошондай һауа торошо торасаҡ? Киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо буласаҡ, ти синоптиктар. Хатта + 34 градусҡаса етәсәк!
Алдағы ял көндәрендә 15-16 май яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10-15, таулы райондарҙа +5. Көндөҙ 27-32 градусҡаса күтәреләсәк.
23 майҙан алып температура төшә башлаясаҡ. Көндөҙ тик + 23 градус ҡына булыуы көтөлә. Төнөн +16. Ямғырҙар тик июнь айы башында ғына буласаҡ.
Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Әйүпова Вәсиләнең фотоһы