-18 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 15:23

Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлөрмө?

Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе Максим Зайцев Берҙәм дәүләт имтиханынан баш тартырға кәрәклеген белдерҙе.

"Быйыл түгел, әммә Берҙәм дәүләт имтиханының бөтөрөләсәгенә ышанам. Традицион форматҡа ҡайтырға тейешбеҙ, әлбиттә. Юғары уҡыу йорттары ла шундай уҡ фекерҙә, бүтәндәр ҙә", - тигән ул.
Әлбиттә, был системанан сығыу өсөн күп кенә ваҡыт кәрәк буласаҡ. Депутат әйтеүенсә, БДИ-ның уңышһыҙлығы тураһында даими һүҙ күтәрелә, уның бер етешһеҙлеге бар: балалар I синыфтан Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеп, фәндәрҙе тәрән итеп өйрәнмәй. Улар өсөн белем түгел, ә имтиханда аласаҡ балдар мөһим.
Ҡыш көнө Дәүләт Думаһында туғыҙынсы кластан һуң мотлаҡ булған Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһынан да баш тартыу хаҡында закон проекты әҙерләнеүен белдергәйнеләр. Әгәр уны ҡабул итһәләр, был имтиханды кем колледж йә техникумға уҡырға китергә йыйына, шул ғына бирәсәк тип күҙаллайҙар.
Читайте нас