Баш ауырта, хәл юҡ... Эҫе булғанға, тип уйлаһам, 12 майҙан алып ер шарын магнит дауылы ҡаплаған икән. Нисәһенә хәтлем барасаҡ? Был турала артабан уҡырға.
Ғалимдар уға өсөнсө ҡимәл биргәндәр. Магнит дауылы 17 майҫа хәтлем барасаҡ. Шунан 20 майҙан һуң тағы бер магнит дауыл буласаҡ, тип фаразлай "Фобос" һауа торошо үҙәге белгесе Михаил Леус. Тик ул көслө булмай.
Магнит дауылын нисек үткәрергә? Бер нисә кәңәш:
Баш әйләнеү һәм ауыртыу менән яфаланған кешеләргә иртән ҡапыл торорға ярамай
Магнит дауылы ваҡытында тренировкаларҙы еңеләйтеү мотлаҡ.
Йоҡлар алдынан саф һауала йөрөп килер һәм иртәрәк ятырға кәрәк.
Майлы, итле ризыҡтарҙы ашамаҫҡа. Күберәк йәшелсә-емештәр һәм һыу эсһәгеҙ ҡанығыҙ ҡуйырмай.
Өйөгөҙҙе йышыраҡ елләтеү ҙә ныҡ ярҙам итә.