-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 14:06

Хеопс пирамидаһынан ҙурыраҡ астероид ергә бәрелерме?

14 майҙа Ергә Хеопс пирамидаһынан ҙурыраҡ 2015 KJ19 астероиды яҡынлаша. Был хаҡта НАСА подразделениеһы сайтына һылтанма менән РИА Новости агентлығы хәбәр итте.

Астрономдар уға 2015 KJ19 исеме биргән. Диаметры - 88 – 200 метр самаһы. Ергә ул Мәскәү ваҡыты менән 13.04 сәғәттә яҡын килә. Белгестәр тынысландырырға ашыға: күк есеменән беҙгә хәүеф янамай. Уның осоу траекторияһы Ерҙән алып Айға тиклем аранан 15 тапҡырға алыҫыраҡ ята.
Читайте нас