-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 13:01

15 майҙан 4 июнгә тиклем урманға инеү тыйылды

Республикабыҙҙың туғыҙ районында 15 майҙан 4 июнгә тиклем урманға инеү әлегә тыйылды.

Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары ошо райондар эсенә керә. Көндәр эҫе тороу сәбәпле, был райондарҙа хәлдәр бик киҫкен – IV һәм V класлы янғын ҡурҡынысы янай. Ә ҡағиҙәләрҙе боҙғандарға,талапты үтәмәгәндәргә 4 мең һумдан алып 5 меңгә тиклем, юридик заттарға 300 меңдән 500 мең һум күләмендә административ штраф ҡаралған. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
Читайте нас