-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 14:47

Республика урмандарына ебәк күбәләге һөжүм итә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән республиканың биш төбәгендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Әлеге ваҡытта Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла районында үҫкән ағастарҙы ағыулы ҡоротҡостар баҫҡан.

Ебәк күбәләгенең ҡарышлауыҡтары айырыуса алма һәм сливаны, шулай уҡ имән, ҡайын кеүек башҡа япраҡлы ағас төрҙәренә ҙур зыян килтерә. Белгестәр билдәләүенсә, ебәк күбәләктең ныҡлап таралыуына ҡыштың йылы булыуы һәм әлеге көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы булышлыҡ итә. Килеп тыуған проблеманы тиҙ арала хәл итеү өсөн әле урындарҙа әҙерлек эштәре алып барыла.
Читайте нас