-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 16:20

21 май Саҡмағош районында Дыуан ырыуы башҡорттары йыйыла

Билдәле булыуынса дыуан ырыуы Әйле ырыуҙар берләшмәһе составына ингән булған. Әйткәндәй, «Дыуан» этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, монголдарҙа һәм үзбәктәрҙә лә билдәле.

Дыуан башҡорттары 13 быуат -14 быуат башында Ағиҙел йылғаһының урта ағымында урынлаша. Артабан улар Әй йылғаһы буйына күсенә, бында ҡатай, ҡошсо, әйле башҡорттары менән күрше йәшәй. Дыуандарҙың бер өлөшө Табын ырыуҙары төркөмдәре менән Инйәр йылға тамағында төпләнә.
Читайте нас