+18 °С
Ясно
Яңылыҡтар
18 Мая 2021, 11:15

Башҡорт милли биҙәүестәрен әҙерләү буйынса “Хазина” проекты

Республика мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында милли биҙәүестәр эшләү буйынса төбәк конкурсы үткәрелә. Конкурс үҫмерҙәрҙең ижади потенциалын арттырыу, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторола. Ойоштороусыһы—Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкино ауылының урта белем биреү мәктәбе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡатнашыусылар өс йүнәлештә көс һынаша: «Башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡ», «Башҡорт милли биҙәүесен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе», «Милли кейем тураһында фәнни-тикшереү хеҙмәте”.

Конкурс һөҙөмтәләре 25 майҙа иғлан ителәсәк, эштәрҙе Башҡортостан Мәғәриф һәм фән министрлығының махсус баһалама комиссияһы тикшерә.
Читайте нас