-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 09:43

Сәләмәт булам тиһәң...

Дуҫтар, мин һеҙгә бик тәмле, файҙалы һәм шул уҡ ваҡытта ябай ғына әҙерләнгән бер рецепт өйрәтәйем әле. Миңә был рецепты хеҙмәттәшем Зөбәржәт апай өйрәтте! Белһәгеҙ икә-ә-ән Зөбәржәт апайҙың ниндәй оҫта һәм уңған хужабикә икәнен! Төрлө-төрлө ҡайнатмалары менән сәй эскәндә телде саҡ йотмай тороп ҡалабыҙ! Ә был рецепт иһә төрлө ауырыуҙарҙан да һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Кәрәк була: 400 гр бал, 3 лимон, 250 гр имбирь (онтағы түгел, ә тамырҙары), грек сәтләүеге 5-6 штук.

Имбирҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, лимонды телемдәргә киҫкеләп комбайнда тулыһынса көйө, тышы һәм орлоҡтары менән иҙәбеҙ. Иҙелгән лимонға имбирь, сәтләүектәрҙе һалып, тағы бер нисә секундҡа комбайнда әйләндерәбеҙ. Артабан был массаға бал өҫтәп туғыйбыҙ. Барлығы 700 грамм тирәһе тәмле дауалау сараһы килеп сыға. Сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас