Ҡиммәтле бүләктәр – смартфон, фитнес-трекер, мобиль аккумулятор, һауыт-һаба йыйылмалары, баллы бәләкәй батмандар, шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана), волейбол, футбол туптары һәм шахмат-шашка уйындары йыйылмаһы һеҙҙе көтә!
Уйында ҡатнашыр өсөн, "Аманат"ҡа яҙылып, ошо купонды тултырып, яҙылыу тураһында почта квитанцияһының күсермәһе менән бергә редакцияға ебәрергә кәрәк.
Шул купондарҙы беҙ, подписка тамамланғас, июль башында лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”,
“Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!”
акциялары ла дауам итә
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа иһә – етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк.
Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.