0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 12:54

Ғариза яҙырға онотманығыҙ мы?

Туған тел – һинең халҡыңдың теле, ул һине алдағы быуындарың, улар тарафынан булдырылған рухи ҡиммәттәр менән бәйләй, этник һәм милли үҙенсәлек нигеҙе булып тора.

Туған тел – һинең халҡыңдың теле, ул һине алдағы быуындарың, улар тарафынан булдырылған рухи ҡиммәттәр менән бәйләй, этник һәм милли үҙенсәлек нигеҙе булып тора.
Бала өсөн ниндәй телдең туған тел һаналыуын ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) билдәләй. Сөнки белем биреү телен ирекле һайлау буйынса уҡыусыларҙың ата- әсәләренән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Шуға күрә ата-әсәләр иң тәү сиратта балаларының белемде туған телендә алыуға, Рәсәй халыҡтары телдәре араһынан башҡорт телен дә туған тел булараҡ өйрәнергә хоҡуҡлы икәнен онотмаһалар ине!
Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге тик йәштәр ҡулында!
Шулай уҡ 1 апрелдән алып 30 июнгә тиклем мәктәптәр үҙҙәренә ҡараған биләмәлә йәшәүселәр һәм өҫтөнлөктәргә эйә булыусыларҙан 1-се синыфҡа уҡырға килеүселәрҙән ғаризалар ҡабул итә. Әйткәндәй, баланың өлкән туғаны әлеге мәктәптә белем алыуы уға өҫтөнлөк бирә.
Ғаризалар тапшырыу тамамланғас, өс көн эсендә мәктәп директоры буласаҡ беренсе синыф уҡыусылырының исемлеге менән ҡарар сығарырға тейеш.
Әгәр ҙә бала мәктәпкә беркетелмәгән урында йәшәй икән, уның ата-әсәһе ғаризаны ни бары 6 июлдән алып 5 сентябргә тиклем яҙа ала. Сөнки бындай уҡыусыларҙы мәктәптә буш урындар бөткәнсе ҡабул итәләр.
Ғаризаларҙы мәктәпкә килеп, почта, электрон почта һәм "Госуслуги" сайты аша тапшырырға ла була.
Читайте нас