Телде юғалтыу – һәр ҡайһыбыҙҙың юҡҡа сығыуының төп «симптомы». Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында федераль закон менән уның территорияһында йәшәгән бөтә халыҡтарҙың телдәре милли ҡаҙаныш һәм мәҙәни мираҫ итеп иғлан ителгән. Был закон менән туған телдә уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең төрлө формаларын ойоштороуҙа, телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн кәрәкле шарттар булдырыуҙа дәүләт яҡлауы булдырыласаҡ.
Сарала ҡатнашыусылар ҡалаларҙа һәм райондарҙа телдең торошон, уҡыу йорттарында башҡорт телен өйрәнеү, мәҙәниәт һәм фәндең төрлө өлкәләрендә башҡорт һәм татар телен ҡулланыу мәсьәләләрен тикшерҙе, Башҡортостанда һәм Татарстанда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, халыҡтарҙың традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙең әһәмиәтен билдәләне.
— Беҙ башҡорт телен һаҡлау һәм артабан үҫтереү буйынса эш алып барырға тейешбеҙ, был осраҡта беҙгә күп милләтле ата-әсәләр йәмәғәтселегенең берҙәм фекеренә таяныу мөһим. Туған телдәрҙе уҡытыу кәрәклеген бер генә төбәк түгел, ә башҡа милли республикалар һәм региондар яңғыратырға тейеш” — тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Эшлекле ултырыштан тыш, парламентарийҙар Аҡтаныш районында Татарстандың беренсе президенты М. Шәймиевтың йорт-музейы менән танышты.