-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 11:17

Пионерҙар көнө менән пионерҙар!

Бөгөн Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына төрлө төҫтәрҙән торған галстуҡтар тараттылар! Уларҙы ҡәҙерләп ҡулдарына тотоп был төҫтәрҙең донъяның төрлөлөгө тураһында икәнен аңланылар. Күк, аҡ, йәшел – Башҡортостан флагы төҫтәре, һары – ҡояштыҡы, ҡыҙыл – хәтер төҫө. Бал ҡорто иһә һүрәте лә бар. Был галстук – «Башҡорт­остан пионерҙары» ойошмаһына инеүенә аңлата. Сара барышында йырҙар башҡарып, ши­ғырҙар һөйләп, тантаналы пио­нер вәғәҙәһен бирҙеләр. Галс­тук бәйләгәндә бик тулҡынып, йөрәктәре дөп-дөп типте уларҙың.Хәҙер һеҙ – пионерҙар. Тимәк, кескәй бал ҡорттары кеүек эшләргә, яҡшы уҡырға, өлгөлө, татыу булырға, өлкәндәргә, ярҙамға мохтаж кескәйҙәргә, атай-әсәйҙәрегеҙгә, дуҫтарығыҙға, синыфташтарығыҙға ярҙам итергә тейешһегеҙ. Юҡҡа ғына пионер значогында «Эш, дуҫлыҡ, намыҫ өсөн» тип яҙылмаған бит.

Бөгөн Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына төрлө төҫтәрҙән торған галстуҡтар тараттылар! Уларҙы ҡәҙерләп ҡулдарына тотоп был төҫтәрҙең донъяның төрлөлөгө тураһында икәнен аңланылар. Күк, аҡ, йәшел – Башҡортостан флагы төҫтәре, һары – ҡояштыҡы, ҡыҙыл – хәтер төҫө. Бал ҡорто иһә һүрәте лә бар. Был галстук – «Башҡорт­остан пионерҙары» ойошмаһына инеүенә аңлата.
Сара барышында йырҙар башҡарып, ши­ғырҙар һөйләп, тантаналы пио­нер вәғәҙәһен бирҙеләр. Галс­тук бәйләгәндә бик тулҡынып, йөрәктәре дөп-дөп типте уларҙың.
Хәҙер һеҙ – пионерҙар. Тимәк, кескәй бал ҡорттары кеүек эшләргә, яҡшы уҡырға, өлгөлө, татыу булырға, өлкәндәргә, ярҙамға мохтаж кескәйҙәргә, атай-әсәйҙәрегеҙгә, дуҫтарығыҙға, синыфташтарығыҙға ярҙам итергә тейешһегеҙ. Юҡҡа ғына пионер значогында «Эш, дуҫлыҡ, намыҫ өсөн» тип яҙылмаған бит.
19 май - Пионерия көнө. 1922 йылдың 19 майында комсомолдың II Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә урындарҙа пионер отрядтары булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. СССР осорондағы балалар ойошмаһын онотмайбыҙ. Был көн элекке пионерҙарҙың яратҡан байрамы булып ҡала, тиһәк, хата булмаҫ, шулай бит?! Беҙҙең мәктәп йылдары пионерия менән бәйле үтте.
9 - 14 йәшлек һәр бала пионер була торғайны. III синыфта уҡыусылар Лениндың тыуған көнө - 22 апрелдә Бөтә союз пионер ойошмаһына ҡабул ителә. Төп атрибут - ҡыҙыл галстук. Борғо, барабан тауыштары яңғырап торған тантаналы пионер йыйындарын өлкәндәр һаман да иҫләй. Ә 19 майҙа һәр дружинала пионер усаҡтары ойошторолоп, йыл йомғаҡтары яһала, алдынғыларға, әүҙемдәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла торғайны. Концерт, спорт ярыштары менән бик күңелле үтә ине был көн. Пионер ойошмаһы үҙе бер тәрбиә мәктәбе булды, әлбиттә.
CCCР тарҡалғас, пионер ойошмаһы ла бөттө. Әйткәндәй, беҙҙең республикала 1990 йылдан бирле "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһы эшләп килә.
Һүрәттә: Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары.
Читайте нас: