-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 15:39

Алтынай Вәлитовтың балалар баҡсаһында уҡ "ике кәләше" булған.

— Тыуған яғың?– Мин Бөрйән районы Байназар ауылында тыуып үҫтем.

    • — Тыуған яғың?
      – Мин Бөрйән районы Байназар ауылында тыуып үҫтем.
      — Ҡасан йыр менән мауыға башланың?
      – Биш йәшемдә йырлай башланым. Ошо йәшемдә мине сәхнәгә сығарҙылар. Район кимәлендә үткәрелгән “Өлгөлө ғаилә” конкурсында, ғаиләбеҙ менән Гран–при яуланыҡ.
      — Беренсе һөйөү хистәреңде хәтерләйһеңме?
      – Бик үк иҫемдә ҡалмаған. Әсәйем һөйләүе буйынса балалар баҡсаһында йөрөгән саҡта, өйгә ҡайтып, “Минең ике кәләшем бар,” тип маҡтанып ултырғанымды әле лә иҫкә алалар.
      — Кәләшең Алһыу менән ҡайҙа таныштығыҙ?
      – “Бәйләнештә” селтәрендә. Ул мине Зәйнетдиндың сәхифәһенән күреп ҡалып, миңә дуҫтарға өҫтәлде. Шунан яҙыша башланыҡ. Ике тапҡыр ғына осрашып, күрештек тә, ата — әсәһе менән барып танышып, никах та уҡыттыҡ.
      — Һинең исемең тураһында берәй һүҙ булдымы?
      – Бер нининдәй ҙә! Уның тураһында иҫкә лә төшмәне.
      — Беренсе тапҡыр ҡайҙа осраштығыҙ?Тәүге уй — хистәр?
      – Беҙ Дим биҫтәһендә күрештек. Күргәс тә “ҡалай йәш кенә ҡыҙыҡай...” — тип уйлап ҡуйҙым. Шунан киттек яҡындағы КFС — ға. Кофе эстек. Бургер һәм башҡа тәмлекәстәр ашағанды хәтерләйем.
      — Әсәләре менән яҡындан танышҡанда, һине эстрадабыҙҙа популяр артист икәнеңде беләләр инеме?
      – Алһыу менән танышҡанда, мин ул тиклем популяр түгел инем. Гүзәл Уразова командаһында бейеүсе булып йөрөгән мәл. Шулай ҙа мин артист икәнлегемде белгән булғандар.
      — Бөрйәндә һинең туғандарың нисек ҡаршы алды?
      – Үҙебеҙҙең башҡорт йолаһы буйынса киленде ҡаршы алдылар: яҫтыҡҡа баҫтырып, әсәйем бал һоғондорҙо.
      — Ял иткәндә ҡайҙа йөрөргә яратаһығыҙ?
      – Элегерәк Дим биҫтәһе урамдары буйлап йөрөй торғайныҡ. Хәҙер унан күстек. Алһыу эш башлағас, ҡайҙалыр йөрөргә ул хәтлем ваҡыт та юҡ. Тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы, ҡайҙалыр барып, үҙебеҙсә, билдәләп алабыҙ.
      — Яратҡан ашамлығығыҙ?
      – Өйҙә бешкән аҙыҡты үҙ итәбеҙ. Алһыу тоҙло ҡыяр, таш балсыҡ ашарға ярата. Мин, белеүегеҙсә, сәтләүектәр яратам. Ҡайһы берҙә, танһыҡҡа, тиҙ арала бешкән Ҡытай ашын ашап алам.
      — Һеҙҙең оҡшаш, уртаҡ нимәләрегеҙ бар? Мәҫәлән кино, йә китап, моң?
      – Бергәләп кино ҡарарға яратабыҙ. Күп нәмәләребеҙ уртаҡ беҙҙең.
      — Өйләнешергә тәҡдимде ҡайҙа яһаның?
      – Ул онотолмаҫлыҡ ваҡиға Алһыуҙың тыуған көнөндә булды. Туймазы ҡалаһында Гүзәл Уразова менән концерт бара ине. Шул ваҡыт, тамашасылар менән бергә, Алһыуҙы тыуған көнө менән ҡотланым. Уйламағанда, ҡәҙерлемә тәҡдим яһаным: — “Сыҡ миңә кейәүгә,” —тип. Ундағы ҡул сабыуҙар, ҡотлауҙар һаман да ҡолағымда “сыңлап” тора.
      — Туйығыҙҙы ҡасанға үткәрергә уйлашаһығыҙ?
      – Һаулыҡ булһын. “Нигеҙҙе нығытып”, “хәлләнеп” алғас, булыр тип уйлайым, Аллаһ бирһә.
      — Киләсәккә пландарың?
      – Пландар күп. Артабан үҫергә лә үҫергә. Тамашасылар һөйөүен күберәк яуларға.
      — “Аманат” журналы уҡыусыларына ниндәй теләктәрең?
      – Бәхетле булығыҙ, хыялдарығыҙға ынтылығыҙ, тик ятып, бер нимә лә “ҡыйратып” булмай. Маҡсат ҡуйығыҙ. Һәм шул хыялығыҙға табан көн дә бер аҙым эшләгеҙ. Барыһы ла килеп сығасаҡ. Ышанығыҙ!
      — Рәхмәт, Алтынай, уңыштар һиңә!
      – Амин. Рәхмәт үҙегеҙгә!
      Рифат ЙӘМЛЕ ХАН.
      Читайте нас