-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 09:43

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға юлға сыға “Аманат”

Сәләм, дуҫтар! “Аманат”тың май һанын беҙ район, ҡалаларға оҙаттыҡ. Тиҙҙән журнал һеҙгә барып етәсәк!

Был һанда беҙ ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырмаҡсыбыҙмы? Әйҙәгеҙ һуң, өр-яңы һанға күҙ һалып үтәйек.
“Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда Мансур Ғиниәтовтың “Алтынбай” тигән әкиәте донъя күрҙе. Малаяҙ башҡорт гимназияһы Республикабыҙҙың иң алдынғы мелем усаҡтарының береһе. Ошо гимназия хаҡында Зарина Бағышаева әҙерләгән мәҡәләне уҡып белерһегеҙ.
Нимә ул “Кибербуллинг”? Был мәҡәлә мәктәп балалары өсөн бик файҙалы сығанаҡ буласаҡ.
Рәмзәнә Әбүталипованың “Һалдат хаттары” тип аталған хикәйәһе донъя күрҙе. Бөйөк еңеүҙең яҡынлашып килгән юбилейына бик тырышып әҙерләнгән Морат нимәгә үкенәсәге хаҡында уҡып белерһегеҙ.
Был һанда беҙҙең постерҙа “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле донъя күрҙе. Был ансамблгә йөрөгән башҡа милләт балалары ла башҡорт йолаларын ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә - тип яҙа Гөлкәй Ҡыуатова.
Алтынай Вәлитовты белмәгән кеше бармы икән? Ә уның һөйөклө кәләше тураһында? “Мәңгелек сер”ҙә беҙ эксклюзив сер – Алтынай менән Алһыуҙың мөхәббәт тарихы тураһында бәйән иттек.
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына Башҡортостаныбыҙҙың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Баййегет һәм Белорет районынан Гөлсөм Йылҡыбаева үҙҙәренең бала саҡ мажараларын яҙып ебәрҙе.
Беҙҙең журналыбыҙҙа "Таныйһығыҙмы?" тигән яңы конкурс башланды. Кем, танып, беренсе булып беҙгә хәбәр итә - беҙҙән Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Дуҫтар, тағы ла иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, әле “Аманат”ҡа 2021 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу һәм “Яҙыл да бүләк от!” уйыны дауам итә!!!
Сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйында ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2021 йылдың 2-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, журнал битендә, йәки журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып, йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ! Уларҙы фотоға төшөрөп тә ебәрә алаһығыҙ - тиҙерәк булыр.
Шул купондарҙы беҙ июль баштарында, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Читайте нас: