Төп дәүләт имтиханын тапшырыусы үҫмерҙәрҙең йөҙҙәрендә тулҡынланыу хистәрен уҡырға була. Оҙайлы әҙерлек, дәрестәр, баш ватҡыс мәсьәләләр артта ҡалған һәм ниһәйәт улар төп һынауҙарҙың береһен тапшырырға йыйылды. Ғәҙәттәгесә, тырышып уҡыған уҡыусылар артыҡ борсолоп бармай, сөнки улар үҙ көсөнә һәм белеменә ышана.