+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Мая 2021, 07:54

Ковидтан прививканы ҡайһы ваҡытта эшләтеү яҡшыраҡ?

Коронавирустан ҡайсан прививка яһатыу яҡшыраҡ? Был һорауға табиб аллерголог-иммунолог Владимир Болибок яуап биргән. Уның әйтеүенсә, вакцинация яһатыу өсөн әлеге ваҡыт – иң яхшыһы.

“Ковидтан прививканы озаҡҡа һуҙмай, әле үк эшләтеү иң яҡшыһы булыр, – ти ул. – Әле үк эшләтһәгез, күңелегез тыныс буласаҡ. Юғиһә, уҙған йыл коронавирус менән ауырыусылар яңынан сирләү осраҡтары бар. Улар ауыр сирләмәй, шулай ҙа был инфекцияның коронавирус икәнлеген оноторға ярамай”.
Кем ковид менән сирләп терелгән, уларға ярты йылдан һуң вакцина эшләтергә була. Был ҡабаттан сир йоҡтороу ихтималын кәметә, ти табиб.
Читайте нас