-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2021, 12:54
Еңеүсебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
“Аманат” журналы конкурстарға бай баҫма. Май һанында “Таныйһығыҙмы?” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек.
“Аманат” журналы конкурстарға бай баҫма. Май һанында “Таныйһығыҙмы?” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Уның шартына ярашлы Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, хатта бөтөн Рәсәйҙә танылған кешеләрҙең бала саҡтағы фотоларына ҡарап, исем-шәрифтәрен атарға ине. Танып, иң беренсе булып, “Аманат”тың почтаһына, “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙгә яуабын ебәреүсегә – Маҡтау билдәһе инселәгәйнек.
1-се фотола: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов,
Башҡортостан Республикаһының
беренсе
Президенты
;
2-се фотола: Радий Фəрит улы Хəбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы
.
Иң өлгөр уҡыусыбыҙ – Туймазы районының Серафим 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Лена Фәхрәзова булып сыҡты! Уға “Аманат” журналының Маҡтау билдәһен тапшырабыҙ.
Афарин, Лена! Еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә һиңә һәр ваҡыт уңыш йылмайһын!
“Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"