"Беҙҙең ғаилә - татыу ғаилә" фотоконкурсы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ул – беҙҙең бәләкәй генә дәүләтебеҙ, өйөбөҙ, атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Атай, әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ. Һәр ауылда, ҡалала матур, өлгө алырҙай ғаиләләр бар. Күп бала тәрбиәләп тә, үҙҙәренең эштәрен асып, балаларын да эшкә өйрәтеп, барыһына ла өлгөрөп, бына тигән итеп йәшәй улар. Ундай ғаиләләрҙең башҡалар менән дә уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе бар, әлбиттә. Шуны күҙ уңында тотоп, Халыҡ - ара балаларҙы һаҡлау көнөнә ҡарата “Аманат” журналы “Бәйләнештә” сайтында үҙенең сираттағы фотоконкурсын иғлан иткән ине, ниһәйәт конкурсыбыҙға йомғаҡ яһарға ла ваҡыт килеп етте. Беҙҙең еңеүселәребеҙ: Аҫҡын районынан Ғәлимовтар ғаиләһе, Ҡырмыҫҡалы районынан Мырҙаҡаевтар ғаиләһе һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Салауатовтар ғаиләһе. Ҡотлайбыҙ!