Баш ҡала эргәһендәге «Черемушки» лагеры балаларҙы ҡаршы алырға әҙер. Ойошма Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы реестрында теркәлеп, хәүефһеҙлек, эпидемиологик тикшереүҙәрен үтә. Улар әйтеүенсә, төбәктә булған 107 лагерь араһында алты тиҫтәгә яҡыны балаларҙы ҡабул итергә әҙер тип табылған. «Черемушки»ла иһә йәй дауамында меңгә яҡын бала ял итер, тип көтөлә.