-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 15:16

«Олимп» мәғариф үҙәге асылды

Белем артынан Олимп тауына. Өфө районы Михайловка Грин ауылында бөгөн 640 урынға иҫәпләнгән «Олимп» мәғариф үҙәге файҙаланыуға тапшырылды.

Һәр класс бар заман технологиялары менән йыһазландырылған. Мәктәп уҡыусылары белемдән тыш, ниндәйҙер эшсе һөнәргә эйә булыу маҡсатында ла эшләнгән.
Заман технологиялары менән йыһазландырылған физика кабинеты. Мәктәп уҡыусыһы теүәл фәндең нескәлегенә төшмәҫ тимә. Сөнки, бында баланы ҡыҙыҡһындырыр бар шарттар ҡаралған. Теориянан тыш, лаборатор эштәрҙә ҡатнашыу, тәжрибә туплау өсөн мөмкинлектәр ҙә бар. Әсә теленә һөйөү ҙә бынан ары заманса форматта алып барыласаҡ. Ғәҙәти, мәктәп парталарында түгел, түңәрәк өҫтәл артында.
Телгә һөйөү ғаиләлә нигеҙ һалынып, белем усағында нығына. Өфө районы Михайловка Грин ҡасабаһында башҡорт ғаиләләренең күплегенә бәйле был бик тә мөһим. Уның ҡарауы, мәктәп тә йәшәгән йорт эргәһендә урынлашҡан.
Яңы мәктәп уҡыусыларға белем эстәү менән бергә, эшсе һөнәр үҙләштереүгә лә мөмкинлек бирә. Был нигеҙҙә хеҙмәт дәресе кабинеты яуап бирә. Өфө районы Михайловка Грин ҡасабаһында социаль комплексҡа былтыр ғинуарҙа нигеҙ һалына.
Пандемия ваҡытында эш туҡтатылмаған, сөнки яңы биҫтәлә йәш ғаиләләр күп. 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Әйткәндәй, мәғариф учреждениеһына яңы белгестәр ҙә талап ителә.
Читайте нас