+4 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Июня 2021, 04:48

Рәсәй төбәктәренән балалар ял итә

Баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында «Беренсе + төбәк-ара балалар проекты» үҙ эшен башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Барлығы Рәсәйҙең 9 төбәгенән балаларҙы ҡабул итте, балалар аҙна дауамында ял итәсәк, туған телдә аралашасаҡ, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа үҙ көсөн һынаясаҡ. Экскурсияларға сығасаҡ. Республика башлығының туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙған “Беренсе + төбәк-ара балалар проекты”ның төп маҡсаты мәҙәниәткә, телгә, Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү. Быйыл ошо лагерь Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 180 ашыу уҡыусыны ҡабул итте.
Читайте нас