-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 15:33

Йәй - еләкле мәл етте.

Баҡса еләге өлгөрҙө. Бер ҡараһаң, уның әллә ни файҙаһы ла юҡтыр инде, ҡоро һыу ғына бит, тип әйтеүселәр бар. Ләкин еләк, киреһенсә, В2, В5, В6һәм К витаминдарына, баҡыр менән магнийға бай.

Баҡса еләге өлгөрҙө. Бер ҡараһаң, уның әллә ни файҙаһы ла юҡтыр инде, ҡоро һыу ғына бит, тип әйтеүселәр бар. Ләкин еләк, киреһенсә, В2, В5, В6
һәм К витаминдарына, баҡыр менән магнийға бай. Сан-Диеголағы Калифорния университеты ғалимдары, мәҫәлән, еләктең алты файҙалы сифатын билдәләгән. Витаминдарға бай икәнлеген әйттек инде. Икенсенән, ябығырға теләгәндәр өсөн ҡулай икән. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫешенән ҡотолорға ла ярҙам итә. Ҡартайыуҙы кисектерә. Өсөнсөнән, ул калийға бик бай, йөрәк өйәнәктәре хәүефен кәметә. Дүртенсенән, баҡса еләгендә С витамины цитрустарға ҡарағанда ла күберәк. Әгәр, быныһы инде бишенсенән, иртәнсәк бешерелгән бутҡаларға ҡушып ебәрһәң, көнө буйына етерлек көс алырға була. Ниһайәт, алтынсынан, еләктәр тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итә, унда таштар барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә.
Мәлендә һәр еләк-емеште бешкән генә сағында ашап, организмды тәбиғи витаминдар менән байытып ҡалырға кәрәк.
Читайте нас