-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 16:51

"Аманат" бүләк тарата!

7-һенән 17 июнгә тиклем 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Был акция барышында “Аманат” журналына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ, дуҫтар!

7-һенән 17 июнгә тиклем 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Был акция барышында “Аманат” журналына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ, дуҫтар!
“Аманат” журналы мөхәрририәтенән тыш “Республика Башҡортостан” нәшриәте йорто ла “Яҙыл да бүләк от!” конкурсын үткәрә. Унда ҡатнашыу өсөн “Аманат”ҡа һәм тағы бер район йәки ҡала баҫмаһына яҙылып, НОУТБУК, МОТОБЛОК, ТРИММЕР, ВЕЛОСОПЕД һәм ТЕЛЕВИЗОР кеүек ҡиммәтле бүләктәргә эйә була алаһығыҙ.
Шулай уҡ баҫмаларға электрон юл менән дә, редакцияла ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Тик был осраҡта матбуғатты редакцияға килеп алырға тура киләсәк.
Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2021 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсермәһен “Яҙыл да бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятияһы, 2012-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл да бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки podpiska@rbsmi/ru электрон почтаһына 15 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк.
Бүләктәр 23 июлдә БЮТ телеканалының иртәнге тура эфирында уйнатыла.
Шулай уҡ 2021 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, ошо купонды тултырып, почта квитанцияһының күсермәһе менән бергә беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ һәм ҡыйбатлы бүләктәр уйнатылған “Аманат”тың “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ла ҡатнашығыҙ! Смартфон, мобиль аккумулятор, фитнес-браслет, баллы батман, һауыт-һаба йыйылмалары, туптар һәм китаптар һеҙҙе көтә.
Ҡәҙерле дуҫтар, “Аманат” үҫмерҙәр журналы үҙенең интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөндә тороусы дуҫтары араһында ата-әсәләре менән балалар өсөн данлыҡлы “ҺАҠМАР” шифаханаһына ике кешелек (бер бала+ бер әсә (йәки атай)) путевкаһы уйната!
Эйе-эйе, тап “Һаҡмар” шифаханаһы УН БИШ КӨН буйы ял итеү һәм дауаланыу мөмкинлеге бүләк итә һеҙгә!
Уйында ҡатнашыу өсөн ябай ғына өс шартты үтәргә кәрәк буласаҡ.
Беренсенән: БӘЙЛӘНЕШТӘ ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРОРҒА;
Икенсенән: “АМАНАТ” ЖУРНАЛЫНА ярты йылға, 2021 йылдың 2-се яртыһына ЯҘЫЛЫРҒА һәм ЯҘЫЛЫУ КВИТАНЦИЯһының фотоһы менән ҡуша ошо яҙманы үҙегеҙҙең ДИУАРҒА РЕПОСТ ЯҺАРҒА һәм уны конкурс аҙағына тиклем иң өҫтә БЕРКЕТЕП ҡуйырға;
Өсөнсөнән: ҠАТНАШЫУСЫНЫҢ СӘХИФӘҺЕ уйын аҙағына тиклем АСЫҠ булырға тейеш.
Бәхетле юллама эйәһен 21 июндә “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә 16.00 сәғәттә башланасаҡ он-лайн трансляция ваҡытында “Бәйләнештә” сайтының "КОНКУРСТАР" ҡушымтаһы ярҙамында осраҡлы рәүештә билдәләйәсәкбеҙ.
Шифаханала дауаланыу-ял итеү курсы августан башлана. Уйын тамамланғандан алып санаторий-курорт картаһы юллау, ялға әҙерләнеү һәм санаторийға барып етеү өсөн һеҙҙең бер ай ваҡытығыҙ буласаҡ.
“Аманат” журналы уҡыусыларына ҙур бүләк яһағаны өсөн “Һаҡмар” шифаханаһы директоры Тәлғәт Рәфҡәт улы РӘХМӘТУЛЛИНға бөтөн уҡыусыларыбыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Уға киләсәк эшендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ә шифахананың артабан тағы ла сағыуыраҡ сәскә атыуын теләйбеҙ!
Читайте нас