Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Өфөнөң "Ҡашҡаҙан" паркында донъялағы иң ҙур башҡортса яҙылған ландшафтлы балалар автоҡаласығы трассаһы асылды. Автоҡаласыҡ ысын юл кеүек, электромобилдәре лә йөрөп тора. Тик унда ултырып йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен белеп, теүәл үтәүең талап ителә. Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн бик һәйбәт урын буласаҡ ул.