-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 17:02

Башҡортостанда ниндәй саралар үтәсәк?

9-12 июндә республикабыҙҙа һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә ҙур байрам саралы үтә.

9 июнь көнө сәғәт 15.00, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында Шайморатовсылар йыйынтығы презентацияһы буласаҡ. Сараны киң яҡтыртыусы Башҡортостан спутник каналы, “Башҡортостан”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Ашҡаҙар” радиоһы.
11-12 июнь – Баймаҡ районы Мостай ауылында – "Боронғо аманат" тип исемләнгән республика мәҙәни-спорт байрамы үтәсәк.

12 июнь – Өфөнөң Арт-квадрат майҙанында Рәсәй көнө һәм Өфөнөң тыуған көнөнә арналған байрам саралары үтәсәк. Өс сәғәтлек (18.00-21.00) программаны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдим итә.

Аҙна аҙағында Башҡортостан райондарында һабантуйҙар дауам итә. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән тәҡдимдәр буйынса милли уйындарыбыҙға, йолаларыбыҙға иғтибар күп бүленәсәк.
Читайте нас