«Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-конкурсының икенсе өлөшө иртәгә үтәсәк. Сараның маҡсаты булып халыҡ ижады өлгөләрен һөйләү оҫталығын үҫтереү, ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын, халыҡтың рухи ҡиммәттәренең мөһим күрһәткесе булараҡ фольклорҙы популярлаштырыу.
Йөкмәткеле сараны илдең Президент гранттары фонды ярҙамында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо. Проектты тормошҡа ашырыу барышында республика буйлап бихисап мәҙәни-мәғрифәти саралар үткәрелгән. Конкурстың иң мөһим һөҙөмтәһенең береһе – башҡорт халыҡ әкиәттәренең теле, стиле буйынса башҡарылған фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарыу.