0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 15:52

Матбуғат байрамы

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто махсус рәүештә – Матбуғатҡа яҙылыусы көнө байрамы үткәрә. Был сара 10 июндә республика киң мәғлүмәт сараларының һөнәри байрамы алдынан ойошторола. Белеүегеҙсә, Башҡортостан матбуғаты һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө 14 июндә билдәләнә.

Өфө Матбуғат йорто алдындағы майҙанда һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталарының ҙур концерты Республикабыҙҙың билдәле кешеләре байрам ҡунаҡтары буласаҡ. Шулай уҡ йәрминкәлә "Китап" нәшриәтенең китаптарын, гәзит-журнал редакциялары үҙҙәренең күргәҙмәһен әҙерләп, ҡул эштәре, тәмлекәстәр һатасаҡ, ҡурай моңо бар Өфөгә яңғыраясаҡ.
Һәм иң мөһиме – концерт барышында республика гәзит-журналдарына яҙылырға була! Байрамда республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында телевизор, микротулҡынлы мейес, мультиварка уйнатыласаҡ. Шулай итеп, һеҙҙең был көндө гәзит-журналдарға яҙылып ҡына түгел, ә ҡиммәтле бүләк тә эләктереп, байрамдан күтәренке күңел менән ҡайтып китеү мөмкинлегегеҙ бар!
Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Рәхим итегеҙ, бындай осраҡ көн дә түгел, бер генә була. Дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ, яҡшы кәйефте лә алырға онотмағыҙ! Социаль селтәрҙәрҙә лә ошо ваҡиға тураһында һөйләп, #деньподписчика #подпишисьсейчас #подпишисьнарбсми хештегын билдәләгеҙ.
Читайте нас: