-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 09:43

Туңдырма, ауыҙыңды туңдырма!

Эй, яратабыҙ ҙа инде туңдырма ашарға! Үҙе һалҡын, үҙе баллы. Ашаған һайын ашағы ғына килеп тора үҙен. Һеҙ ҙә туңдырма сезонын асып ебәргәнһегеҙҙер, дуҫтарым.

Эй, яратабыҙ ҙа инде туңдырма ашарға! Үҙе һалҡын, үҙе баллы. Ашаған һайын ашағы ғына килеп тора үҙен. Һеҙ ҙә туңдырма сезонын асып ебәргәнһегеҙҙер, дуҫтарым. Интернет туңдырма яһау рецептары менән тулы, әммә уларҙың күбеһе бик ҡатмарлы. Ә был рецепт тәмле лә, еңел дә. Эҫе көндәр өсөн бына тигән туңдырма!Әлеге туңдырманы яһау өсөн ни бары ике ингредиент кәрәк буласаҡ. Ул да булһа ҡуйыртылған һөт, йәғни "сгущенка" һәм һөт. Һөт ҡуйыраҡ булһа яҡшыраҡ. Һөт менән "сгущенка"ны 1-1 күләмендә, тигеҙ булырға тейеш. Тәүҙә миксер менән һөттө күпертәбеҙ, унан "сгущенка" өҫтәйбеҙ һәм бер массаға әйләндергәнсе болғатабыҙ. Барыһын эшләгәс, 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Туңдырма әҙер!
Читайте нас