-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 12:16
1

ИҒТИБАР! "Аманат"ҡа льготалы яҙылып ҡал!

Әлеге мәлдә, 7–17 июндә, бөтөн республика, район матбуғат баҫмаларына ҺУҢҒЫ льготалы яҙылыу декадаһы бара.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан берҙән-бер “Аманат” журналына теләһә ҡайһы почта бүлексәһендә, почтальон аша өйҙә, шулай уҡ amanat.rbsmi.ru рәсми сайтын­да 15 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин!
Шулай уҡ “АМАНАТ”ҠА 2021 ЙЫЛДЫҢ 2-СЕ ЯРТЫҺЫНА ЯҘЫЛЫУСЫЛАР АРАҺЫНДА ҠЫЙБАТЛЫ БҮЛӘКТӘР УЙНАТЫЛҒАН “ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ!” УЙЫНЫ БАРА!
Бүләктәребеҙ – смартфон, фитнес-трекер, мобиль аккумулятор, һауыт-һаба йыйылмалары, баллы бәләкәй батмандар, шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана), волейбол, футбол туптары һәм шахмат-шашка уйындары йыйылмаһы отҡоң киләме? Улайһа - "Аманат"ҡа яҙыл!

Сират­тағы “Яҙыл да бүләк от!” уйы­нын­да ҡатнашыр­ға, бүләк отор­ға телә­һә­геҙ, 2021 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, ошо биттә, йәки журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөн­дә
(vk.com/amanatrb), йәки рәсми сайтын­да (amanat.rbsmi.ru) ҡуйыл­ған купон­ды ҡырҡып, йәки баҫ­тырып алып, тултырып, баҫ­мабыҙ­ға яҙылыу тураһын­дағы почта квитан­ция­һының (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!

Шул купон­дарҙы беҙ, подписка тамамланғас, июль башында лототрон рәүе­шен­дә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхет­леләрҙең ҡайһыны­һына нин­дәй бүләктәр тәте­йә­сәген бил­дәлә­йә­сәкбеҙ.

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә

Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусы­лары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тап­шы­рыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡын­да журналда мәҡәлә баҫы­ласаҡ. Синыфҡа иһә – етәксе­һенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк.

Әйт­кән­дәй, улар уҡытыусылар­ға категорияларын күтә­реүгә бик ныҡ ярҙам итә.
Отошло хаҡтар буйынса яҙылып ҡалырға ашығығыҙ!
Читайте нас