-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 09:27

Венгрҙар башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы өйрәнә

Сараға ҡунаҡтарыбыҙ ентекле әҙерләнә.

Сараға ҡунаҡтарыбыҙ ентекле әҙерләнә. Мәҫәлән, Венгриянан килгән коллектив башҡорт телен өйрәнә һәм дә башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы йырлаясаҡтар. Башҡортостан байрамға 48 ил вәкилдәрен ҡаршы алырға әҙер. Унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Төп сәхнәне – “Фольклориада йөрәге”н 4 июлдә Өфөлә асасаҡтар. 5 июлдән алып коллективтар 22 районға йүнәлә, улар дүрт фестиваль округына берләшә.
Фестиваль округтарының программаһы бик бай. Унда костюмлы парадтар, концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар һәм башҡа саралар ҡаралған.
Читайте нас