+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 09:18

“Өләсәйем әкиәттәре”нең икенсе этабы үтте

“Өләсәйем әкиәттәре”нең еңеүселәренә арналған беренсе этап 28 майҙа үткәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ был конкурсты президент гранттары фонды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте (рәйесе – Гөлнур Ҡолһарина, ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ла) ойошторҙо.

Кисә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ултырыштар залында конкурс йомғаҡтарын барлауҙың 2-се этабы булды. Иң алыҫтан – Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура яҡтарынан, Мәләүез, Ишембай, Краснокама һәм башҡа бихисап төбәктәрҙән килгән конкурсант-еңеүселәр лайыҡлы наградаларын алып ҡыуанды.
Конкурста барлығы 53 еңеүсе билдәләнде. Араларында Хәйбулла ҡыҙы, 3 кенә йәшлек Әмилә Рәхмәтуллина, Мәләүездән 8 йәшлек Самир Латипов та бар. Лауреаттарға кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас