-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 14:38

“Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырылды

Бөгөн баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы. Республикала тәүгә тапшырылған был миҙал көмөштән эшләнгән.

Бөгөн баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы. Республикала тәүгә тапшырылған был миҙал көмөштән эшләнгән.
Республика Башлығы миҙалдарҙы Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры уйнаған тантаналы көй оҙатыуында тапшырҙы. Ысынлап та, миҙалды төрлө һөнәр эйәләренең алыуы иғтибарға лайыҡ. Бүләкләнеүселәр араһында табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре, ғалимдар булыуы ҡыуандыра.
Миҙалда ҡурай сәскәһен ҡосҡан ҡулдар һынландырылған. Уң яғына башаҡ, һул яғына тешле тәгәрмәс ҡуйылған, улар таҫмалар менән уратып алынған. Өҫтөндә - “Башҡортостан Республикаһы”, аҫтында “Хеҙмәт даны” тип яҙылған. Миҙалдың икенсе яғында баҫыу һүрәтләнгән.
Читайте нас