+15 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
13 Июня 2021, 14:31

Ҡоролтайҙар концерт ойошторҙо

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө уңайынан Арт-Квадрат мәҙәни үҙәге майҙансығында концерт ойошторҙо.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө уңайынан Арт-Квадрат мәҙәни үҙәге майҙансығында концерт ойошторҙо.Өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын бейеү һәм йыр ансамблдәре, шулай уҡ Өфө ҡалаһының билдәле башҡарыусылары сығыштары һәм сағыу номерҙары менән ҡыуандырҙы.«Сылтыр шишмә» башҡорт йыр ансамбленең йырҙары, «Иҙел» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Байрам» халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында башҡорт, рус бейеүҙәре, «Тамъян» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле башҡарыуында инструменталь композициялар тамашасылар тарафынан ҡабул ителде.Шулай уҡ Динара Ғәлләмова, Винарис Абдуллин, Нәркәс Сиражетдинова һәм Лилиә Ишемйәрова кеүек билдәле башҡарыусыларҙың йырҙары яңғыраны.Концерт программаһын «Ант» төркөмө «Өфө ҡалаһы» йыры менән тамамланы.
Читайте нас