-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 09:12
1

Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды

Башҡортостандың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Матбуғат йорто алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы.

Башҡортостандың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Матбуғат йорто алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы. Сараға матбуғат өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар йыйылды, уларҙы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто директоры Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.
Максим Ульчев матбуғат хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Һуңынан Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан һәйбәт эш һөҙөмтәләре, һөнәри фиҙакәрлек күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары, яңы союз ағзаларына танытмалар тапшырылды.
Читайте нас