Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хәбәр итте. COVID-19 сире 14 йәшкә тиклемге балалар араһында күбәйә башланы. Бындай хәл 20 майҙан алып, йәғни каникул башланғандан алып күҙәтелә. Шуның менән бәйле күҙәтеү ведомствоһы вәкиле балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында күп кенә сараларҙы сикләргә тәҡдим итте. Шулай уҡ балалар араһында коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн санитар нормаларҙы һәм балалар лагерҙарында ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө.
Башҡортостан Башлығы, үҙ сиратында, был идаралыҡҡа балалар лагерҙарында һаҡлыҡ сараларын көсәйтеү юлдарын уйлап табырға тәҡдим итте. Коронавирус менән бәйле яңы сикләүҙәр тураһындағы ҡарарҙар был аҙна аҙағына тиклем ҡабул ителеүе мөмкин, тип өҫтәне Радий Хәбиров.