Башҡортостанда электр самокатында шлемһыҙ һәм сәғәтенә 10 саҡрымдан ашыу тиҙлектә йөрөүҙе тыйыуҙары ихтимал
Шулай уҡ 14 йәшкә тиклемге балаларға уларҙы файҙаланыу, бер самокатта икәүләп йөрөү тыйыла.
Тиҙҙән Дәүләт Йыйылышында «Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға йыйыналар. Уларға электр самокаттарын ҡулланыу йәһәтенән сикләүҙәр билдәләргә тәҡдим ителә.
Закон боҙған өсөн административ яуаплылыҡ, шулай уҡ 1000-2000 һум штраф ҡарала.