Мин - Тимур булам. Серафимовка ауылында йәшәйем. Минең Арчи исемле бик бәләкәй генә этем бар. Миңә уны олатайым менән өләсәйем тыуған көнөмә бүләк итте. Өләсәйем: “Телефонмы әллә бәләкәй дуҫмы?”- тигәс, мин шатланып бәләкәй эт балаһы, тинем. Мин уны бер күреүҙә үк яраттым. Арчи мәктәптән ҡайтҡанымды көтөп кенә тора. Беҙ уның менән гел бергә. Өй эштәремде эшләп бөткәс, уның менән рәхәтләнеп шаярабыҙ, көләбеҙ, хатта спорт менән дә шөғөлләнәбеҙ. Минең бөтә командаларымды тыңлай һәм башҡара. Мин уны бик яратам! Ул да мине ярата. Беҙ уның менән ысын дуҫтар!