Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы балалары иң белемлеләр исемлегендә. Бынан тыш, мәктәп уҡыусылары физика һәм география буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инде. Улар халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша ала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бүтән райондарҙа ла һәләтле балалар менән шөғөлләнеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты. Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы 24 фән буйынса үтә. Яҡшы һөҙөмтәләр юғары уҡыу йортона ингәндә льгота бирә.