-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 13:30

Өфө лимонарийы Ҡужан ҡарағастары үҫентеләрен тикшереүҙе үҙ өҫтөнә алды

Ул Әбйәлил районындағы шәхси хужалыҡтан Өфөгә килтерелде. Белгестәр әйтеүенсә был үҫенте өс йыллыҡ.

Ул Әбйәлил районындағы шәхси хужалыҡтан Өфөгә килтерелде. Белгестәр әйтеүенсә, был үҫенте өс йыллыҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр көҙ, билдәһеҙ әҙәмдәр меңәр йыллыҡ ҡарағастарҙы бысып, уларҙа ҙур зыян килтергәйне. Экоирекмәндәр менән ғалимдар тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡотҡарыу буйынса махсус операция ойошторҙо.
Өфө лимонарийы башланғысты күтәреп алды. Ғәҙәттә, ҡарағастарҙың олоно төҙ була. Ҡужан ҡарағастары бөҙрә, формаһы түңәрәк. Улар ерҙән метр ярым бейеклектә үҫә.
Читайте нас: