+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Июня 2021, 06:59

Пандемияның яңы тулҡыны башланған

Башҡортостанда йоғошло сир менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелгән. Был турала бөгөн коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә белдерелде. Республиканың баш санитар табибы Анна Казак әйтеүенсә, йәйге каникул осоронда йоғошло сирҙе йоҡтороу ихтималлығы артҡан. Быға карантин сараларының йомшартылыуы ла үҙ өлөшөн индергән.

Әле Мәскәү, Санкт-Петербург карантин саралары ҡабул ителгән. Башҡортостандың медицина учреждениеларында ла өҫтәмә рәүештә 500 урын ойоштороу, табиптарҙың бар көсөн мобилләштереү бурысы ҡуйылған.
Башҡортостан башлығы ла коронавирустан вакцинация үтеү мөһимлеген билдәләне. Радий Хәбиров оператив штаб кәңәшмәһенде ҡатнашыусыларға юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индереү, талаптарҙы ҡатыраҡ итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Улар әлеге минуттарҙа барған сираттағы оператив штаб ултырышында ҡарала.
Читайте нас