Атайлы бала арҡалы, тиҙәр, балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә Хоҙай насип итһен! Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын!❤️
Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.
Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.
Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.
Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!