М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты дистанцион белем биреү һәм сессия форматына күсте. Йәғни студенттар имтихандарҙы өйҙән тапшыра. Был турала бойороҡҡа юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов ҡул ҡуйҙы. «Дәрестәр һәм сессия электрон уҡытыу, дистанцион белем биреү технологиялары ярҙамында үткәрелә. Практика санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола», — тиелә бойороҡта.